Cheap Replica Rolex Cheap Rolex Replica cheap rolex gold watches Cheap Rolex Watches Uk Cheap Rolex Watches Cheap Rolex Watches Replica Cheap Rolex Watches Cheap Rolex Watches

Әбдрәхим Бисура менән йәшәгән

kikimora

Бала саҡтан бисура тураһындағы хәбәр ҡо­лаҡҡа ныҡлы һеңеп ҡал­ған. Әсәйем һәм күрше -тирәләге инәйҙәр ауыҙ­ҙарын яулыҡ остары ме­нән ҡаплап фәлән әбейгә бисура эйәләшкән икән, тип һөйләй торғайнылар. Беҙгә ишеттерергә те­ләмәһәләр ҙә, шул бису­ра тураһында асығыраҡ белге килә ине… Йылдар үткәс ҡайным­дар йәшәгән Мәләүез районы Һәргәй ауылында булғанда, көтмәгәндә: «Әбдрәхим бисура менән, йәшәгән бит», — тигән хә­бәр ишеттем. Ул ҡайным­дың туғаны булып сыҡты. 1982 йыл Бөрйән яғындағы Кәшәле ауылынан күсеп сыҡҡан. Һәргәйҙән Кәшәлегә 40 саҡрымунда йәйәү йәки ат ме­неп кенә уҙырлыҡ юл бул­ған. 1984 йылда беҙ ип­тәшем менән уның үҙен күреп, асыҡлап һөйләшә­йек тип уларға индек. Әбдрәхим  аҙ һүҙле булыуына ҡарамаҫтан, барыһын да яйлап булһа ла һөйләп бир­ҙе. Ул йылдарҙа был хәбәрҙе Әбдрәхим бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. Кеше барыбер аңламаҫ, ышанмаҫ, ә УНың үҙен иҫәрләнгән тип әйтерҙәр, тип ҡурҡа ине. Әле яңыраҡ улдарым менән Нөгөш буйына ял итергә барғанда уға инеп ошо хәл тураһында яҙыр­ға рөхсәт алып сыҡтым. Был юлы ҡаршы килмәне: «Йәшемде йәшәгәнмен,ашымды ашаганмын,балалар ҙа ул ваҡиганан һуң тыуҙылар,нимә һөйләһәләр  ҙә хәҙер ҡурыҡмайым,-тине. Хәл былай булған: Ямаш менән Ғәлиәкбәр ауылдары янында ике ҡалҡыулыҡ араһынан Арыҡтай тигән йылға ағып ята. Ошо соҡорлоҡ­тан һәр бер кеше ҡур­ҡыуһыҙ үтмәй. Бында төрлө хәлдәр булғылай, ҡайһы берәүҙәргә ендәр күренгән. Әбдрәхимгә уны 3 тапҡыр күрергә тура килә. Беренсе тап­ҡыр күҙгә күренмәй, ә ат­тың сбруйы үҙенән-үҙе си­селеп китә, ат сығынлай, алға бармай, йөктө ырғы­та. Әбдрәхим һүгенеп, сы­быртҡы шартлатып, күп мәшәҡәттәр менән соҡор­ҙо үтеп китә. Икенсе тап­ҡырында ла ен күренмәй генә ҡурҡыта. Өсөнсө мәртәбә Әбдрәхим күрше егетенә кәләш яусылар­ға икенсе ауылға бара. Ҡунаҡтар гөрләшә башла­ғас, мин бында ни эшләп ултырырға тейеш, өйҙә эш күп тип, эңерҙә һыбай ҡайтыр­ға сыға. Теге соҡорҙа ат­тың йүгәндәре сиселеп китә лә, Әбдрәхим алды­на бер һын пәйҙә була. Оҙонлоғо менән атҡа менгән кешегә тиңдәш, маңлайында бер генә күҙ. Көләпәрә кейгән, ти. Эр­гәһендә бер йәш ҡатын тора икән. Шулай ҡапма ҡаршы бере-беренә ҡарап тора биргәс, улар юғала. Әбд­рәхим атын йүгәнләп алға китә. Әммә бының менән генә бөтмәйц, иң ҡурҡынысы аҙпағыраҡ була.Ошонан һуң күп ваҡыт та үтмәй беҙҙең герой өйләнеп, типһә, ти­мер өҙөрлөк ир була. Уның әле балалары бул­май. Бер ваҡыт эңер төшкәс Фәриҙә күр­шеләргә кис улты­рырға китә. Шул саҡ­та Әбдрәхим янында теге ваҡыт соҡорҙа күргән ҡыҙ пәйҙә була. Беҙҙең ауыл фәлән ҡатынға оҡшап тора,ти.  Үҙенең яратыуы тураһында һөйләй, исемен Мәрсилә тип таныштыра. Мин дә уны шунда уҡ оҡшат­тым, ти Әбдрәхим. Нисек кейенгән ине ул, тип һораным. Бик еңел сарафанда һәм башына көләпәрә кейгәйне, тине ул. Шул  көндән алып ҡатыным юҡта Мәрсилә гел килә башланы. Кыш көндәрендә лә һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан,өшөнөм тип еңел кейемендә килгән.Ул ишектән инмәй,ә өйҙөң мөйөшөнән ингән кеүек була. Үҙемдең ҡатындан һыуынып бөттөм, тик Мәрсиләнең килгәнен һағы­нып көтә инем. Тәндәре нисек, кешенеке кеүекме, тип ҡыҙыҡһынам. Эйе,кешенеке кеүек, ләкин бик йомшаҡ, һөйәге бар, терһәк­тәре менән терәлә, ти. Ике йыл үткәс ҡыш көнө Фә­риҙә менән икеһе ике атта һыбай Кәшәленән Һәргәйгә  төшөп килгәндә, Әбдрәхимдең аты туғарылып китә лә бара. Шул ваҡыт урман ситендә Мәрсиләне күреп ҡала, ҡулында бала. Еңел кейенгән,ти. Ул: «Атың өсөн ҡурҡма, уны фәлән ауыл­да туғандарың алып инә­сәк», — ти. Фәриҙә арттараҡ килгән була. Ул Әбд­рәхимдең бер ҡатын ме­нән һөйләшкәнен ишет­кән, ә ҡатынды күрмәгән. Ни эшләп атыңды ебәр­ҙең, тот, тип ҡысҡырам ти Фәриҙә. Ә атты, ысынлап та, Әбд­рәхимдең Сауҡа ауылын­да йәшәгән Миниямал апаһы күреп, сығып ала. Шулай өс йыл осраша былар. Ҡайһы ваҡыт ҡатыны өйҙә саҡта ла килә башлаған бисура.Фәриҙә лә һүҙгә ҡушыла: «Айырым йоҡлайбыҙ,кистән ишекте үҙем бикләп инеп ятам, өйҙә башҡа кеше юҡ. Тик төндәрен ирем ятҡан урындыҡтан  төрлө сәйер тауыштар ишетелә ине. Мин аптырап бөттөм»,-тип һөйләй. Ос йылдан, һуң Фәриҙәнең түҙемлеге бөтә, тауыш ҡуптара башлай. Әбдрәхимгә хәлде һөйләп бирергә тура килә.  Был хәбәр тиҙ арала ауылға тарала. Шунда берәү, башҡа ауылдағы муллаға  күренергә ҡуша. Әбдрәхим муллаға килеп хәлде һөйләп бирә. Мулла өшкөргәс,уға: «Размеры яҡынса 10хЗ сантиметр ете киҫәк ҡағыҙға ен ҡатындың исемен яҙып, ҡайтҡас мейескә ут яғып ырғытырға ҡуша. Ҡайтҡанда икенсе юл менән ҡайтырға, арты­на боролоп ҡарамаҫҡа ҡуша. Ошоларҙың бары­һын да мулла әйткәнсә эшләй Әбдрәхим һәм шул  көндән башлап, ен ҡатын  килмәй. Ләкин ике тапҡыр үпкәләп төшөнә инә: «Ниңә улай иттең, мин бит һине ныҡ ярата инем”-тип күҙ йәштәрен түгеп илаған.Шунан Һуң Әбдрәхим ҡатыны менән матурлап тороп алып киткән.Дүрт бала атаһы:ике ул ,ике ҡыҙ үҫтергәндәр.Хәҙер уға  62 йәш.  Пенсияла. Иҫән һау. Ауылдаштарына йорт төҙөшеп йөрөй.

Иҫкәрмә: Көрьэндә ендәр  тураһында айырым сүрә бар, башҡа сүрәләрҙә лә килтерелгән. Хәдистәр ҙә күп. Әр-Рахмән сүрәһенең 55-56 сы аяттарына Ибн Тәймийә былай тип аңлатма биргән :”Кеше менән ендең үҙ-ара никахлашыуы мөмкин. Һәм был никахтан балалар ҙа тыуыуы бар. Бының кеүек хәлдәр бихисап”.  Ғалимдәр ен менән никах ҡылыуҙы тыйғандар.

Хәдис: “Бисмилләһле өйҙә енгә урын юҡ”

Ошо ыңғайҙан  әнкәйем һөйләгән бер ривиәтте лә яҙып ҡуям.

Бер егет һыу буйына ат эсерергә барғанда бик тә сибәр ят ҡыҙҙы  осората.Икеһе лә ғашиҡ булалар. Бераҙ осорашҡас өйләнәләр.  Матур итеп донья ҡороп йәшәп китәләр. Ләкин егет көндән көнгә ябыға, һарғайа  башлай. Ҡатынының сәйер бер  шөғөлөнә лә аптырай -кис булһа тәҙрә артына тас менән һыу ултыртып ҡуя, тәҙрәне бикләмәй  торған булған. Был турала егет  ауылдағы аҡыл эйәһе булған бабайға   һөйләгән. Ул, бөгөн төнлә йоҡламаҫҡа, һәм ҡатыны нишләһә лә өндәшмәҫкә, йоҡламағанын белдермәҫкә ҡушҡан. Егет шулай эшләгән. Төн уртаһында  ҡыҙ ҙур йыланға әйләнгән, баш яғы менән егеттең йәнен һуыра , ә ҡойороғы тәҙрә артындағы таста ята икән.  Иртән егет был турала бер һүҙ өндәшмәй. Бабай өйрәтеүе буйынса бер хәйлә ҡора. Тимерҙән мунса төҙөп ҡуйған.Күп итеп утын  әҙерләгән. Уны турап, мунса   тирәһенә уратып өйә барған. Тамамлағас, мунса яҡҡан  да ҡатынын мунсаға саҡырған. Яңы мунсаға йәнәһе яратҡан ҡатынын алдан башлап атлап керергә өндәгән. Ҡатынының инеүе була, егет ишекте шап иттереп ябып бикләп тә куя.Мунсаны уратып өйөлгән утындарға ут төртә. Ҡыҙ башта ялуара, элекке кеүек  матур татлы телдәр менән ғәйепһеҙҙән язалауын әйтә. Ләкин егет ныҡ тора. Аҙаҡҡа табан мунсанан ҡурҡыныс аждаһа тауыштыры ишетелгән.Тауышҡа халыҡ йыйылған. Бик оҙаҡ аҡырған ти теге ен ҡыҙы.

Зәйтүнә КӨҪӘПОВА Салауат ҡалаһы



ОШАШ ЯЗМАЛАР:


СОЦИАЛЬ ЧЕЛТӘР "ВКОНТАКТЕ" АША ФИКЕР КАЛДЫРУ

Фикер калдыру ябык.